Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Октябрь 2019, 16:10

Милли проекттарға – төп иғтибар

Халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға бәйле мәсьәләләрҙе һуңға ҡалдырырға ярамай.

Республика башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
Ошо көндәрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары төбәктә милли проекттар үтәлешен ҡараны. Комиссия ағзалары ете йүнәлеш буйынса тикшереү үткәрҙе һәм республика эшен ыңғай баһаланы.
«Башҡортостандың федераль кимәлгә сығарырлыҡ эш тәжрибәһе бар», ти Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республикаға 2024 йылға тиклем 170 миллиард һумдан ашыу аҡса күсергә тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: