Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Октябрь 2019, 16:04

Радий Хәбиров Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡушты

Республика башлығы был турала кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Унда шулай уҡ рөхсәтһеҙ полигондарҙы бөтөрөү, ихаталарҙы ташландыҡ техниканан таҙартыу, һөтсөлөк тармағын үҫтереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Сүп-сар полигондары бөтөрөлә, әммә хәл маҡтанырлыҡ түгел. Әле булһа күп-ауыл-ҡалалар эргәһендә тирә-йүнде йәмһеҙләп, ауыр еҫ таратып ятҡан көнкүреш ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин. Муниципаль берәмектәр 300-ҙән ашыу рөхсәтһеҙ полигонды таҙартҡан, әммә был тик 12 процент. Белгестәр сүп-сарҙы яндырырға тәҡдим итә. Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы.
Генераль таҙартыу полигондарҙы ғына түгел, ихаталарҙы ла көтә. Тик бында һүҙ ҡалдыҡтар хаҡында бармай, йорт яндарын ташландыҡ, йылдар буйы ҡуҙғалмай торған транспорттан арындырыу талап ителә. Республика башлығы фекеренсә, тәүҙә иҫкәртергә, ваҡыт билдәләргә кәрәк, талап үтәлмәй икән штраф туҡталҡаһына оҙатырға мөмкин.
Проблемалар ғына түгел, уңыштар ҙа бар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, сәнәғәт тармағында етештереү ҡеүәте күтәрелә, төҙөлөш өлкәһендә алға китеш күҙәтелә. Торлаҡ сафҡа индереү 11 процентҡка артып 1 миллион ярым квадрат метрға еткән.
Оператив кәңәшмәлә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш барышы ла ҡаралды. Өфөнөң Инорс биҫтәһе тәжрибәһе күрһәтеүенсә, дөйөм тырышлыҡ менән уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Хәҙер был микрорайонда сағыштырмаса һиллек урынлашты тип әйтергә була. Республика етәксеһе енәйәтселекте кәметеү өсөн яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы ла сикләргә ҡушты.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: