Яңылыҡты Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялай. Уҡыуҙарҙан һуң проектҡа тағы бер өҫтәмә индерҙеләр – закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмаған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды