Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Октябрь 2019, 13:02

Экватор ҡайҙа?

27 октябрҙә Рәсәй һәм сит илдәрҙә география буйынса диктант үтә.

Масштаблы акция ил президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ойошторола. Белгестәр был сараны география буйынса наҙанлыҡты кәметеү өсөн эшләнгән аҙымдарҙың береһе тип иҫәпләй. География буйынса диктант тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Рус география йәмғиәте сайтында табырға була.
Әйткәндәй, ноябрҙә илебеҙҙә «Ҙур этнография диктанты» планлаштырылған. Ул Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арнала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: