Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Октябрь 2019, 14:55

2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – 5,4 процентҡа, ә инфляция өстән алып дүрт процентҡа тиклем артасағын белдерҙе.

РИА-Новости, беренсе вице-премьерҙың һүҙҙәренә таянып, «бюджет инфляция һалымы эш хаҡын, пенсияны, һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаны ашамаҫлыҡ итеп төҙөлгән» тип хәбәр итә.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы башлығы Беренсе канал эфирында һуңғы алты йылда бюджет өлкәһендә хеҙмәт хаҡының һиҙерлек артыуын да билдәләне.
Бюджет проекты 23 октябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡарала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: