Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Октябрь 2019, 15:00

Башҡортостан бюджетының өстән ике өлөшө генә файҙаланылған

Был турала үткән туғыҙ ай һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдерҙе.

Республикаға бүленгән аҡса күләме арта,ә бына уны үҙләштереү, киреһенсә, кәмегән. Был иһә ҡайһы бер ведомстволарҙың финанс яуапһыҙлығына бәйле, тине Андрей Назаров.
Йыл аҙағына тиклем ни бары ай ярым тирәһе ваҡыт ҡалған. Республика тотоноласаҡ аҡсаларҙы үҙләштереп бөтөргә тейеш. Бигерәк тә федераль ҡаҙнанан бүленгәндәрен. Юғиһә, уны кире ҡайтарырға һәм киләһе йыл был күләмгә өмөттө өҙөргә лә мөмкин.
Әлегә бюджет 26 миллиард һум дефицит менән үтәлә, әммә йыл аҙағына тиклем федераль үҙәктән килгән аҡсалар менән уны 16 миллиард һумға тиклем кәметеү ҡарала. Андрей Назаров әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа үҙәк ҡаҙнанан бүленгән аҡсалар күләмен бермә-бер арттырыу мөһим.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: