Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Октябрь 2019, 13:11

65 йәштән өлкән ауыл кешеләрен дауаханаға тикшереү үтергә бушлай алып баралар

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәрҙе дауаханаға өҫтәмә тикшереү үтергә алып баралар.

Тейешле ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Проект «Өлкән быуын» һәм «Демография» программалары сиктәрендә бойомға ашырыла.
Айырым социаль әһәмиәтле йоғошло булмаған сирҙәрҙе асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр һәм скринингтар тураһында телефон, киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү күҙаллана.
Ауыл халҡын социаль хеҙмәткәрҙәре булған махсус мобиль бригадалар йөрөтә. Хеҙмәт бушлай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
Читайте нас: