Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Октябрь 2019, 13:03

Күп балалы ғаиләләрҙең ҡайһы бер категорияларына – 600 мең һум

Башҡортостан парламенты депутаттары күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр ҡабул итте һәм 600 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға тейешле категорияларҙы киңәйтте.

«Һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ошондай ярҙам күрһәтелә лә инде. Был законды ҡабул иткәс, 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр ҙә шундай ярҙамға хоҡуҡлы булды. Закон социаль ғәҙеллек булдыра», – тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Ҡабул ителгән закон тексына республика башлығы ҡул ҡуйырға тейеш. Ул 2020 йылдың ғинуарынан көсөнә инер һәм төбәктә демографик хәлде яҡшыртыр, тип күҙаллана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
Читайте нас: