Республиканың яңы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде. Максим Забелин – һаулыҡ һаҡлау министры, Әминә Шафиҡова – мәҙәниәт министры, Геннадий Разумикин – һанлы үҫеш министры, Руслан Хәбибов – йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры, Александр Шельдяев – сәнәғәт һәм энергетика министры, Римма Бойцова – Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Денис Булатов – Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты, Фәрит Ғүмәров – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Алексей Гусев – Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Руслан Мирсаяпов – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Тимур Мөхәмәтйәнов – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Салауат Нафиҡов – Туризм буйынса дәүләт комитеты, Борис Мелкоедов – Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Азат Йыһаншин – ветеринария идаралығы, Илһам Фәтҡуллин архив эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләнде.