Туризм
28 Октября 2019, 07:51

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтен үҙе етәкләй. Радий Хәбировтың ике яңы беренсе урынбаҫары була. Улар – Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов. Хөкүмәттә иһә 7 вице-премьер була. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев үҙ вазифаларында ҡалды. Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов хөкүмәт премьер-министрының яңы урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас