Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Октябрь 2019, 13:12

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналар уҙҙы.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев етәкселегендә Бәләбәй делегацияһы ла ҡатнашты. 150-нән ашыу ауыл хеҙмәтсәндәре – үҫемлекселәр һәм малсылар, хужалыҡтар етәкселәре һәм белгестәре, фермерҙар – лайыҡлы дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр һәм республика Хөкүмәтенең дипломдарын алды.
Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Бәләбәй ҡала һәм район ветеринария станцияһы ветеринар табибы Александр Никулин һәм «Линда» агрофирмаһы технологы Әлфизә Сәғитова Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.
Бәләбәй һөт комбинаты технологы Карина Гурова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломына лайыҡ булды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: