Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Октябрь 2019, 13:32

Рәсәйҙә интернетта наркотиктар пропагандалаған өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырыуҙары ихтимал

Рәсәй Президенты Владимир Путин интернетта наркотиктар ҡулланыуҙы пропагандалаған һәм уларҙы ҡулланыуға этәргән өсөн енәйәти яуаплылыҡ индереү тураһында төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушты.

Дәүләт башлығы был эште 2019 йылдың 6 сентябрендә Алыҫ Көнсығыштың үҫеш мәсьәләләре буйынса йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң РФ Хөкүмәтенә йөкмәтте. Ғәмәлдәге закондарҙа наркотиктарҙы пропагандалаған өсөн тик административ яуаплылыҡ ҡына ҡаралған, иң ҙур штраф рәсәйҙәр өсөн – 5 мең һум, вазифалы кешеләр һәм индивидуаль эшҡыуарҙар өсөн – 50 меңгә тиклем, юридик шәхестәр өсөн – 1 млн-ға тиклем.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: