Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Октябрь 2019, 15:19

Радий Хәбиров: Башҡортостан Бөйөк Еңеү юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға тейеш

2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән ул Хәтер һәм Дан йылы итеп иғлан ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөйөк Еңеү юбилейына әҙерлеккә арналған республика ойоштороу комитеты ултырышында ветерандарға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген әйтте. Бөгөнгә республикала 889 һуғышта ҡатнашыусы, 103 элекке бәлиғ булмаған концлагерҙар тотҡондары, 103 Ленинград ҡамауында булған кешеләр, 324 һуғыш инвалиды, 23 788 тыл хеҙмәтсәне һәм 9 784 һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләләре йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йыл һайын аҙая. Радий Хәбиров Еңеү юбилейына барлыҡ һуғыш ветерандары ла торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне. Көндәлек иғтибарға мохтаж яңғыҙ фронтовиктарға ярҙам айырыуса мөһим.
«Шулай уҡ һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҙмышын асыҡлау эшен дауам итергә кәрәк. Эҙләнеү эшенә беҙҙә биш меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студенттар йәлеп ителгән. 200 экспедиция барышында ике меңдән ашыу ҡыҙыл армеецтың мәйете табылған», – тине төбәк башлығы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: