Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Октябрь 2019, 14:03

Беҙҙең Зәйфәнең яңы уңышы

Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан китап нәшриәтендә татар телендә «Офоҡ яҡтыһы» тип аталған әҙәби-нәфис баҫма донъя күрҙе.

Дүрт автор араһында беҙҙең коллегабыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Зәйфә Сәлихованың да исеме бар.
Яҙыусының ижадына баш һүҙҙе филология фәндәре кандидаты Дилбәр Булатова (Сөләймәнова) яҙған. Йыйынтыҡҡа Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙының егермеләп эссе һәм хикәйәһе ингән.
Уның геройҙары – беҙҙең замандаштарыбыҙ, ябай ауыл кешеләре. Автор әҫәрҙәрендә әхлаҡ ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы һаҡлау проблемаларын күтәрә, туған татар теле яҙмышы өсөн борсола.
Зәйфә моңло, халыҡсан, йәнле тел менән яҙа, шуға ла яҙғандары тәүге юлдарынан уҡ образлылығы, яҡтылығы, уҡыусыһының күңелен йылытырға ынтылыуы менән йәлеп итә. Баҫманы, һис шикһеҙ, китап һөйөүселәр яратып ҡабул итер.
Зәйфәне уңышы менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: