Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Октябрь 2019, 17:00

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта Рәсәй Дәүләт Советы президиумының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә барған һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша.

Өс көн дауамында семинарҙа ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә эшләй, 31 октябрҙә Дәүләт Советы ултырышында фекер алышыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләй. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрә, тип белдерҙеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: