Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Октябрь 2019, 16:05

Ваня: «Шәп»! – тине

... велосипедында яңы түшәлгән юлдан елдереп үткәс

Аксаков ауылының Беренсе май урамында тигеҙ, туп-тура, уңайлы велосипед юлы һуҙылды. Уның оҙонлоғо – 602, киңлеге ике метр. Хәҙер был юлдан роликтарҙа, самокатта, велосипедта еңел генә итеп йөрөргә мөмкин. Төҙөкләндереү эштәре бөтөүгә табан бара. «Дорцентр» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре объектты ваҡытында тапшырырға ынтыла.
Велосипед юлы – Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылған ауыл кешеләренең тырышлығы һөҙөмтәһе ул.
Әйтергә кәрәк, быйыл Аксаков халҡы тормошонда тағы бер нисә күңелле ваҡиға булды. Йәй башында футбол стадионы яңыртылып асылды, һуңыраҡ кескәйҙәр һәм өлкәндәр шатлығынан балалар һәм ихата майҙансыҡтары сафҡа инде. Быға «Башҡортостан ихаталары» ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ирешелде. Күптән түгел вокзал алдындағы «Сәләм» скверы тантаналы асылды. Ауылдың санаторий урынлашҡан өлөшөн хәҙер яңы лампалар яҡтырта. Йәйәү ҙә, машинала ла үткеһеҙ юллы Протвинь урамында ремонт тамамланды.
Иң мөһиме – был тапшырылған объекттар барыһы ла ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән, ауыл хакимиәте менән халыҡтың килешеп эшләүе һөҙөмтәһе ул.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
#Аксаково#обустройство#велодорожка
Читайте нас: