Йәнбәков Рамаҙан Фәтҡулла улы 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1957-1959 йылдарҙа – Радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетының хор солисы. 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай һәм шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыта башлай.
30 йылдан ашыу, 1963-1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй, концерт бригадаһына етәкселек итә.
Ҙур оҫталыҡ менән башҡорт оҙон көйҙәрен башҡара, үҙенсәлекле, бай һәм йомшаҡ тауышлы йырсы. Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
Гастролдәр менән ул бөтә Советтар Союзын йөрөп сыҡҡан.
Мәрхүм менән хушлашыу 1 ноябрҙә иртәнге cәғәт 10-да Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне