Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Октябрь 2019, 12:39

Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары рейтингында 14-се урынды алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Губернаторҙарҙың милли рейтингының беренсе төркөмөнә инде. Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы 25 етәксеһе иҫәбендә ул хәҙер 14-се урынды биләй.

«Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын баһалауға арналған сираттағы тикшеренеү һөҙөмтәләре шундай.
Губернаторҙарҙың милли рейтингы лидеры тип Төмән өлкәһе етәксеһе Александр Моор танылды.
Икенсе урында – Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов.
Өсөнсөлә – Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: