Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Ноябрь 2019, 13:04

2020 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары 3,6 % арта

2020 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта, тиелә Рәсәй хөкүмәте бойороғонда.

Тарифтарҙың 3,6-4,9 % артыуы илдең күпселек төбәктәре өсөн хас, тип билдәләнә документта.
Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары бөтәһенән дә нығыраҡ Чечен Республикаһында (6,5%), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында (5,4%) һәм Дағстан Республикаһында (5,2%) ҡиммәтләнә.
Һәм, киреһенсә, Ненец автономиялы округында йәшәүселәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2,4% ғына арттырыла.
Уның ҡарауы, Мәскәүҙә киләһе йылдың икенсе яртыһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү уртаса 5% арта. Мәскәү өлкәһендә – 4,1%, Санкт-Петербургта – 3,8%.
Инфляцияның күтәрелеүе сәбәпле 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары арттырылмай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: