Милеккә, ер һәм транспортҡа һалымды почта бүлексәләрендә, банктарҙа һәм ведомство сайтындағы электрон сервис ярҙамында түләргә мөмкин. Инспекторҙар милеккә булған һалымдың суммаһы торлаҡтың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнеүе тураһында ла иҫкәртә. Һалым күләме менән риза булмаусылар ноябрь аҙағына тиклем инспекцияға мөрәжәғәт итә ала.
«Һалымын ваҡытында түләмәүселәргә күләмдә штраф янай», - ти Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Лира Заһитова.
Һалымды 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне