Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Ноябрь 2019, 13:14

Микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка һалып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә

1 ноябрҙән микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка һалып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Уларға фатирҙарҙы һәм йорттарҙы, кеше йәшәгән күсемһеҙ милектең өлөшөн, шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөш килешеүе буйынса буласаҡ торлаҡҡа хоҡуҡты залог итеп алырға ярамай. Сикләү бәләкәй һәм урта бизнес өсөн кредит биргән дәүләт ҡатнашлығындағы микрофинанс ойошмаларына ҡағылмай, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.
Шуның менән бергә теләһә ниндәй микрофинанс ойошмалары кеше йәшәмәй торған күсемһеҙ милекте залог итеп алып займ биреү хоҡуғын һаҡлап ҡала.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай үҙгәрештәр займсыларҙы уларҙың торлағы менән мутлашыу осраҡтарынан һаҡлай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: