Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Ноябрь 2019, 11:20

Башҡорт Википедияһында 50 меңенсе мәҡәлә Рәми Ғариповтың шиғырына арналды

Ошо көндәрҙә Башҡорт Википедияһы башҡорт телендә мәҡәләләр яҙыуҙың 50 меңенсе сиген үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Зөфәр Сәлихов.

Юбилейлы мәҡәлә Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына арналды.
Башҡорт телендәге мәҡәләнең беренсе авторы – украин википедиясыһы Виктор Семенюк.
«Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын 1957 йылда яҙған. Барлыҡ милли телдәргә иғтибар кәмей барған осорҙа, шағирҙың «Иле юҡтың ғына теле юҡ!» тигән һүҙҙәре халыҡты уйланырға мәжбүр итте. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡитле ҡарашы өсөн талантлы шағир эҙәрлекләүгә дусар булды. «Туған тел» шиғыры рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемә ителде», – тиелә мәҡәләлә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: