Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Ноябрь 2019, 12:36

Кисә Рәсәй халҡы Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләне

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡортостандарҙы байрам менән ҡотланы.

Дүрт йөҙҙән ашыу йыл элек халыҡ ополчениеһы Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Был патриотизм хәрәкәте бар Рәсәй халҡын берләштерҙе. Рәсәйҙең ҡеүәте күп милләтлелек һәм уларҙың берҙәмлегендә – ул ваҡиғаларҙың төп һабағы. Башҡорт ере, күп быуаттар атайсал йылъяҙмаһына хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштарының сағыу биттәрен яҙып, был хаҡиҡәтте иҫбатлай. Йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре бер ғаиләләй йәшәгән төбәк өсөн тыныслыҡ һәм татыулыҡ тәрән һәм әхлаҡи мәғәнәгә эйә, алға ынтылыу өсөн яңы көс өҫтәй.
Беҙ төрлө, әммә берҙәй тигеҙ Ватанды һөйәбеҙ, ауырлыҡтарҙы бергә еңәбеҙ, ил ҡаҙаныштарын арттырабыҙ, киләсәк өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Сөнки беҙ бергә – көс!
Барлыҡ республика халҡына ныҡлы сәләмәтлек, күңел йылыһы, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!
Берҙәм булайыҡ, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: