Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Ноябрь 2019, 12:45

Яҡут режиссеры Сергей Потапов Мостай Кәрим трагедияһын сәхнәләштерҙе

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Спектаклде ҡуйыу өсөн Башҡортостанға Яҡутстандан танылған кинорежиссер һәм театр режиссеры, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Сергей Потапов килде. Башҡортостан тамашасыһына ул «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашҡан сәхнә әҫәрҙәре аша таныш. Сергей Потапов өсөн был – башҡорт телендә тәүге спектакль. Ләкин режиссер материалды һәйбәт белә, сөнки үҙ ваҡытында П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театрында ошо спектаклдә Диуана ролен башҡарған.
Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов «Ай тотолған төндә» трагедияһын Башҡортостандың бөтә театрҙары сәхнәләштереүен һәм, икенсе төбәктән режиссер саҡырып, билдәле әҙәби материалға яңыса ҡараш индерергә теләүен билдәләне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: