Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Башҡортостан хөкүмәтенә был үҙәкте финанслау сығанаҡтарын билдәләргә, уның эш тәртибен аныҡларға ҡушылған. Төбәк менән идара итеү үҙәген ойоштороу өсөн Дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министрлығы яуаплы була.