«Российская газета» хәбәр итеүенсә, иң перспективалылар иҫәбендә – биоинженерҙар. Белгестәр тере организмды, уның үҙенсәлектәренең үҙгәреүен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Был медицина үҫеше өсөн кәрәк.
Биофармакологтар яңы биопрепараттар – дауалау саралары булдыра. Биоинформатиктар компьютер программалары ярҙамында биологиялағы һәм фармакологиялағы мәғлүмәттәрҙе өйрәнә һәм анализлай.
Киләсәк һөнәрҙәре рейтингына шулай уҡ «аҡыллы мөхит» проектлаусылары ингән. Улар – мәғлүмәтте үҙ аллы алыуға һәм тапшырыуға һәләтле технологиялар эшләүсе ИТ-белгестәр.
«Аҡыллы йорттар» үҙ автоматикаһын үҙҙәре хеҙмәтләндерә, ваҡытында кәрәкһеҙ ҡорамалды һүндерә, кәрәклеһен ҡабыҙа, бөтөп барған аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙарына онлайн-заказдар бирә.
Быларҙан тыш, рейтингка роботтар техникаһы, кибер хәүефһеҙлек, альтернативалы энергетика, нейропсихология буйынса белгестәр, программасылар, инженерҙар, шул иҫәптән 3D-баҫма инженерҙары, архитекторҙар һәм виртуаль ысынбарлыҡ дизайнерҙары ингән.