Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ноябрь 2019, 13:38

Бәләбәйҙә тағы бер резидент

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандан иҫәп буйынса 30-сы резидентты Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерҙе.

«Ул – «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә пиломатериалдар һәм арболит панелдәр етештерергә ниәтләгән «Юпитер» һөҙөмтәле стандарт булмаған технологиялар ғилми-етештереү үҙәге», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Инвестиция проектының дөйөм хаҡы яҡынса 322 миллион һум тәшкил итә.
Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта производствола 140-тан ашыу яңы эш урыны булдырыла.
6 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөгән Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына республиканан 30 инвестор ингән. Шуларҙың 13-ө Күмертауҙа, тағы шунсаһы – Бәләбәйҙә, икәүһе – Нефтекамала, Белоретта ла, Благовещенда ла – берәр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: