Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ноябрь 2019, 13:17

«Бер телде лә юғалтманыҡ», тине Толкачев Европала

Европалағы Страсбург ҡалаһында уҙған Урындағы һәм төбәк властарының сираттағы конгресында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы телдәр сәйәсәте тураһында һөйләне.

– Рәсәйҙә 190 милләт йәшәй, полиэтник күрһәткес буйынса донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләйбеҙ, милли сәйәсәттең күп теллелекте һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға йүнәлтелеүе һөҙөмтәһендә беҙ бер телде лә юғалтманыҡ, – тине республика парламенты етәксеһе. – Был өлкәләге ҡануниәт һирәк осрай торған күренеш тыуҙырҙы: 30 тел субъекттар кимәлендә дәүләт теле итеп файҙаланыла, донъяла бының тиңе юҡ.
Миҫалға Константин Толкачев Башҡортостанды ла килтерҙе:
– Беҙ «Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында»ғы Законға таянып эш итәбеҙ, – тине ул. – Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында урыҫ теле ҡулланыла, шулай уҡ башҡорт теле лә файҙаланыла ала. Уны ҡулланыу-ҡулланмауҙы һәр кем үҙе хәл итә. Башҡа ҡайһы бер субъекттарҙа, мәҫәлән, Татарстан, Бүрәт һәм Ҡалмыҡ республикаларында юғары власть органдарының эшмәкәрлеге мотлаҡ рәүештә ике телдә көйләнә.
«Башҡортостан» гәзите мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: