Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2019, 18:10

«Беҙ Еңеү һалдаттарының батырлығын онотмайбыҙ»

Кисә Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү» республика марафоны башланды.

Ҡатнашыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сығыш яһаны.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле биттәре мәңгелеккә Рәсәй тарихына инеп ҡалды. Халҡыбыҙ һуғыштың нимә икәнен белә. Беҙ Еңеү һалдаттарының батырлығын онотмайбыҙ. Парадтар, салюттар, «Үлемһеҙ полк», тематик саралар, акциялар һәм күргәҙмәләр – барыһы ла улар хаҡына», – тине Рәнис Рәйес улы.
Башҡортостан Республикаһында «Еңеү» марафоны штандартын тәүгеләрҙән булып Борай районы ҡабул итте. 15 ноябрҙә Борайҙа Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә, Борай райондары ҡатнашлығында «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең беренсе зона сараһы була. Артабан «Еңеү» республика марафоны штандарты республика фестиваленең туғыҙ зона сараһын урап сыға.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: