Туризм
8 Ноября 2019, 13:08

«Һеңлекәш» фильмы Гран-при һәм тамашасылар призын яуланы

«Һеңлекәш» нәфис фильмы XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе призын яуланы. Был хаҡта фильмдың сценарий авторы Айҙар Аҡманов хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы фильмын режиссер Александр Галибин Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрҙө. Таҫма повесть авторы – башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылдың 19 сентябрендә экранға сыҡты.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас