Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2019, 18:02

Табиптарҙың күсмә бригадаһы Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөй

Был көндәрҙә бригада Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап табиптарҙың күсмә бригадалары эшен ойошторҙо. Йыл аҙағына тиклем ҡабул итеү графигы ведомство сайтында баҫылып сыҡты.
Тар йүнәлешле күсмә бригада составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог һәм офтальмолог инә. Табип бригадары эшендә тәүге тапҡыр «Әсә һәм бала» клиник госпитале белгестәре ҡатнаша.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: