Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Ноябрь 2019, 13:37

Бәләбәй «йәшел зонала»

Башҡортостанда алты ҡала йәшәү өсөн уңайлы статусы алды. Улар араһында Бәләбәй ҙә бар.

Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы «Дом.РФ» дәүләт компанияһы һәм «Стрелка» консалтинг бюроһы менән берлектә 1114 Рәсәй ҡалаһын өйрәнеү нигеҙендә ҡала мөхите сифаты индексын әҙерләгән. Шул тиклем ҡалаларҙың тик 24 проценты ғына йәшәү өсөн уңайлы тип табылған (262 ҡала).
Башҡортостан Республикаһында 21 ҡаланың алтыһы ғына йәшәү өсөн уңайлы статусы алған.
«Бәләкәй ҡалалар» категорияһында улар – Дүртөйлө менән Ағиҙел, уртаса ҙурлыҡтағылар араһында – Сибай, Туймазы һәм Бәләбәй, ҙур ҡалалар иҫәбендә – Стәрлетамаҡ.
Өфөгә «йәшел зонаға» инер өсөн бер процент етмәгән. Республика буйынса уртаса балл – 173, иң күпте – Дүртөйлө, иң аҙ балдарҙы Дәүләкән йыйған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: