Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Ноябрь 2019, 11:31

Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуялар

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажына – Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу башланды.

Аҡбуҙат танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Кәҫленән суйын һынды 6 ноябрҙә йөк тракторында килтергәндәр.
Уның бейеклеге – өс метр, ҡанаттары араһында арауыҡ та өс метр самаһы. Әҙерләүселәр мәғлүмәте буйынса, аттың ауырлығы – өс тоннаға яҡын.
«Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгәнсә, беҙҙең Аҡбуҙ көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы, – тип хәбәр итте республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. — Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер тип ышанам».
«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: