Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Ноябрь 2019, 12:28

Газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм күп функциялы үҙәктәр газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул итә башланы.

Айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Күп тә үтмәне ошо туралағы указ ҡабул ителде һәм эш тәртибе, ташламаға дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланды. Сертификатҡа кемдәр хоҡуҡлы?
Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса сертификатҡа республикала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр өмөт итә ала. Ғариза биреүсенең газ үткәреләсәк йортта милексе булыуы ла шарт, прописка ғына етмәй. Шулай уҡ дәүләт ярҙамы газ үткән ауылдарҙа йәшәүселәргә генә күрһәтеләсәк.
Сертификат номиналы 60 мең һум, ә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм килеме йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләргә 100 мең һум тәшкил итә. Был маҡсатта ҡаҙнанан 664 млн һум аҡса бүленә һәм ул дүрт йылға иҫәпләнгән.Ә алынған сертификат үҙе ике йыл ғәмәлдә ҡаласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: