Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Ноябрь 2019, 13:04

Бесәй, Бүре, Айыу һәм Төлкө башҡортса һөйләшә

«Балалар» интернет-проекты ошо көндәрҙә башҡортса биш йәнһүрәт сығара.

Тәүге йәнһүрәттәр балаларҙы башҡорт телендә төҫтәр, һандар һәм хәрефтәр менән таныштыра. Проекттың төп геройҙары – Бесәй, Бүре, Айыу һәм Төлкө.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Балалар» белем биреү порталы Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантын алды (3, 5 млн һум). Портал башҡорт телендә үҫтереүсе интерактив уйындар һәм ҡушымталар, текст материалдары, әкиәттәр, шиғырҙар, йәнһүрәттәр, уйынсыҡтар сығарыусылар менән хеҙмәттәшлек майҙансығын, шулай уҡ ата-әсәләр өсөн онлайн-форум булдырыуҙы үҙ эсенә ала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Башкортостан#Балалар#родныеязыки#мультфильмы
Читайте нас: