Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Ноябрь 2019, 12:44

Халыҡ берҙәмлеген сағылдыра

Росстат 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми символын раҫланы.

Конкурс 23 июлдән 6 авгусҡа тиклем барҙы. Унда 1289 һөнәри дизайнер ҡатнашты, Мәскәүҙән булған автор еңеүсе тип табылды.
Белгестәр фекеренсә, ул сараның дөйөм ил күләмендә уҙыуын һәм Рәсәй халҡының берҙәмлеген сағылдыра.
Идея география фәнендә дөйөм ҡабул ителгән дүрт төҫ аша асыла: зәңгәр – диңгеҙҙәрҙе, ҡыҙыл – таүҙарҙы, һары – даланы һәм йәшел урмандарҙы аңлата.
Ҡулға-ҡул тотоношҡан дүрт кеше силуэты ата, әсә, ул һәм ҡыҙ булған классик ғаиләне кәүҙәләндерә.
Символдың текст өлөшө логотиптың дәүләт кимәлен күрһәтә. Эмблема аҫтындағы «2020» һаны халыҡ иҫәбен алыу йылын да, бер-береһе менән мәғлүмәт бүлешеүсе кешеләрҙе лә символлаштыра: «ике» һаны – иңе менән кеше башын, «ноль» һаны диалог тәҙрәһен кәүҙәләндерә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#перепись#ВПН2020#переписьнаселения#ВПН2020Башкортостан»
Читайте нас: