Фестивалдә ҡатнашыу өсөн районыбыҙҙың белем биреү ойошмаларынан һәм мәҙәниәт учреждениеларынан 42 заявка килгән. Уларҙың сығышын Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәлих Хәйруллин етәкселегендәге жюри баһалай. Халыҡ таланттары дүрт номинация буйынса үҙ һәләттәрен күрһәтә: йыр, бейеү, шиғыр уҡыу һәм музыка ҡоралында уйнау. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән – унда балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе лә, мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр һәм оло йәштәгеләр ҙә ҡатнаша.