Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Ноябрь 2019, 12:19

«Туристарҙың эске ағымын үҫтереү зарур»

«Туристарҙың эске ағымын үҫтереү зарур. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Шүлгәнташҡа һәм Торатауға барып ҡайтырға тейеш тигән маҡсат ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең туристар – 1000 километрға тиклем радиуста йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Беҙгә Калининградтан йәки Белгородтан килмәйҙәр, Владивостоктан да Башҡортостанға туристар юҡ. Беҙгә Ырымбурҙан, Ҡазандан, Екатеринбургтан, Силәбенән киләләр. Ошо ағым менән эшләргә кәрәк», – тип иҫәпләй Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов.

Башҡортостанда «Торатау» геопаркы йылына 500 мең кешене ҡабул итергә тейеш.
Ике йылда был һан миллионға етер тип фаразлана. 13 ноябрҙә Өфөлә уҙған «Торатау. Хәҙергегә инвестициялар» түңәрәк өҫтәлендә ошондай прогноздар яңғыраны.
Сарала Торатау геопаркы менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән бизнесмендар, турбаза хужалары, бизнес-клуб вәкилдәре ҡатнашты.
Әлеге ваҡытта геопарк биләмәһендә туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ селтәре эшләй. Тик геопарк сиктәре тулыһынса билдәләнмәгән. Унда ете төп локация – Красноусол, Еҙем, Торатау, Маҡар, Верхотор, Йөрәктау, Хажы.
Туристарҙың барлыҡ категориялары өсөн урынлашыу объекттары булдырыла. Геопаркка «Торатау геопаркы» акционерҙар йәмғиәте идара итеү компанияһы етәкселек итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: