Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Ноябрь 2019, 15:20

Йорт хайуандары өсөн матурлыҡ салоны. Ҡунаҡхана ла буласаҡ...

Бәләбәйҙең Кесе Туғай урамында урынлашҡан ветеринария клиникаһы бинаһында ярты йыл элек груминг-салон асылғайны.

Хәҙер һәр хужа яратҡан йорт хайуанын зоосалонға алып килеп, уның йөнөн алдыра, шәп косметика менән йыуындыра, тештәрен таҙарттыра ала, ҡолаҡтарын һәм күҙҙәрен дә таҙарттырырға мөмкин. Тиҙҙән эшҡыуар Анастасия Гармышева (Александрова) хайуандар өсөн ҡунаҡхана ла асырға ниәтләй.
Ун-ун биш йыл элек бындай бизнестың беҙҙә генә түгел, ҙурыраҡ ҡалаларҙа ла эшләүе шикле ине. Донъялар үҙгәреп тора. Баҡһаң, Бәләбәйҙә лә яратҡан эт-бесәйҙәрен матурларға теләүселәр етерлек икән!
Ветеринария клиникаһының адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы, 63 б («Дуҫлыҡ» сауҙа комплексы биләмәһендә). Телефоны: 8-917-429-48-29.
Римма Солтанова мәҡәләһенән
Реклама хоҡуғында
Читайте нас: