Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Ноябрь 2019, 14:41

Башҡортостан Russian Event Awards 2019 милли премияһының Гран-прийын һәм көмөш миҙалын алды

Башҡортостандың туристик проекттары 2019 йылда ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Russian Event Awards милли премияһының Гран-прийын һәм көмөш миҙалын алды.

«Тарих йүнәлешендәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында «Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале» проекты еңеү яуланы. Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге хеҙмәткәре Айгөл Үтәгәнова «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, Балаково ҡалаһында уҙған төбәк этабында «сарматтар», Вятканан «Хлыновская застава» фестиваленән генә ҡалышып, икенсе булды. Финал алдынан ҙур әҙерлек этабы уҙҙы.
«Беҙ финалға шәп видеоролик; сармат алтыны коллекцияһынан күсермәләр – постаменттағы айыу, болан; буҙа, әсе бал, сармат сувенир продукцияһы; үҙебеҙҙең сарматтарса еңелеү белмәҫ кәйеф менән барҙыҡ», – тип яҙҙы Айгөл Үтәгәнова.
Бынан тыш, Милли премияла ҡатнашыусылар алдында Башҡортостандың ике атҡаҙанған артисы, «Мәргән уҡсы» клубы йондоҙҙары Урал Мортазин һәм Роберт Хәмиҙуллин сығыш яһаны. Улар сыбыртҡы менән трюктар, уҡтан атып, ҡылыс менән алышып күрһәтте.
«Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале» проекты «Ауыл һәм агротуризм өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында икенсе урынды алды, тип хәбәр итте фестивалде ойоштороусы Рина Гринберг.
Ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Russian Event Awards милли премияһын ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, 15-17 ноябрҙә Һамарҙа уҙған финалда илдең 51 төбәгенән 217 проект, Белоруссиянан һәм Латвиянан ике сит ил проекты ҡатнашты. Үҙ проекттары менән таныштырыу өсөн 500-ҙән ашыу кеше килде. Милли премияға илдең 72 төбәгенән бөтәһе 683 проект тәҡдим ителде.
Башинформ мәғлүмәте буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: