Беренсе ярты йыллыҡта күрһәткес 113,6% (106 млд һум) булды.
«Бынан алдағы өс йылда күрһәткес кәмегән тип әйтергә мөмкин. Уҙған йылдарҙа башланған һәм беҙҙең әүҙем эш үҙ емештәрен бирә. 2024 йылға инвестициялар күләмен 500 миллиард һумға еткерергә тейешбеҙ, бының өсөн йыл һайын 10% процентҡа арттырырға кәрәк», – тине республика Башлығы.
Сәнәғәт етештереүе 104, 4% артҡан – беренсе ярты йыллыҡ кимәлендә. Ауыл хужалығында үҫеш башланды – 100,4%.
Ун айҙа 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән – 2018 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 6,5% күберәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне