Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Ноябрь 2019, 13:49

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк»!

Һәр белемле башҡорт уҡырға тейеш 100 әҫәр исемлеге төҙөлгән. Уны Башҡортостан яҙыусылар берлеге тәҡдим итә.

Исемлектә үткән быуатта ижад ителгән әҫәрҙәр ҙә, замандаштарыбыҙҙың ижад өлгөләре лә бар. Китаптар исемлеге «Туған телгә – йөҙ аҙым» акцияһы буйынса булдырылды. Исемлек республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының рәсми сайтында урынлаштырылған. Был китаптарҙы мәктәптәр уҡыусылары, студенттар, китапханаларға йөрөүселәр уҡыр тип көтөлә.
Акцияға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары старт бирҙе. Уға бер йылдан һуң, 14 декабрҙә, мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә йомғаҡ яһау ниәтләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: