Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Ноябрь 2019, 13:14

Табиптарға ҡытлыҡ кәмегәнме?

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быйыл республиканың медицина ойошмаларында эшләгән табиптар һанын 371 кешегә арттырыуға өлгәшелгәнен хәбәр итте.

Башланғыс звенола был һан 234 тәшкил иткән. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең штаты 22 хеҙмәткәргә артҡан. «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостандың 99 табибы – 1 млн, 10 фельдшер 500 мең һум аласаҡ. Түләү 1 декабргә тамамланырға тейеш. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.
«Ауыл фельдшеры» программаһына эләкмәгән 150 фельдшерға ла 1 миллион һум бирелгән. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 135 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа – 5-әр мең һум, ә 416 ординаторға 8 –әр мең һум тапшырыла.
Радий Хәбиров 2020 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаларының дауам ителәсәген һәм бының өсөн бюджетта аҡса ҡаралғанын белдерҙе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
Читайте нас: