Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2019, 11:30

Бәләбәйҙекеләр ҙә бар

Бөтә донъя сифат көнөндә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Абруйлы конкурс йомғаҡтары буйынса төбәктең 16 агросәнәғәт комплексы предприятиеһы һәм компанияһының тауарҙары еңеүсе тип табылды. Улар араһында – «Бәләбәй «Почет билдәһе» орденлы һөт комбинаты» йәмғиәте һәм «Башспирт» йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы.
Ике йыл дауамында улар тауар төргәгенә иң яҡшы тауар булыуы хаҡында яҙа ала. Конкурсты ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай тауарҙарға ышаныс юғары, һәм улар яҡшы һатыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: