Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2019, 12:48

«Рәми» шиғриәт үҙәге проекты әҙер

Республикабыҙҙа халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Рәми» шиғриәт үҙәге проекты әҙерләнгән.

Уны шағирҙың тыуған ере – Салауат районы Арҡауыл ауылында асырға ниәтләйҙәр. Был турала «Йөрәк һүҙе» телепроекты етәксеһе Наилә Сәфәрғолова хәбәр иткән.
Проекттың архитекторы – «Архтамға» бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев. Шиғриәт үҙәгендә төрлө тематик саралар уҙғарыласаҡ. Макетта күренеүенсә, шағир иҫтәлегенә бина фасадында уның профиле һүрәтләнгән, ингән ерҙә әҙиптең данлыҡлы «Туған тел» шиғыры ҡаршылай.
Тәҡдимде Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев хуплаған.
«Дағстанда Шиғриәт театры бар. Ә беҙҙә ошондай үҙәк бөтә шиғри һүҙ яратыусылар өсөн Мәккә булыр ине», – ти Зәки Әлибаев.
Конференциялар, шиғыр кисәләре уҙғарыу өсөн икенсе ҡатта тамашалар залы ҡаралған. Уның алдындағы майҙанда китапхананың асыҡ уҡыу залын ойоштороп була. Кафе зал менән тоташҡан, был да төрлө мөмкинлектәр аса. Ҙур саралар уҙғарыр өсөн үҙәк түбәһендә амфитеатр ҡаралған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: