Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2019, 14:50

Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих Башҡортостандың инфраструктура проекттары менән танышты

Кисә Мәскәүҙә XIII «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумында федераль министр Евгений Дитрих Башҡортостандың күргәҙмә стендында булып, республиканың транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге мөһим инициативалары менән танышты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ул ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты. Улар иҫәбендә – «Өфө» халыҡ-ара аэропортының аэродром комплексын үҙгәртеп ҡороу. Башҡаланың һауа ҡапҡалары йылына 3 млн пассажирҙы хеҙмәтләндерә, был һан йыл һайын арта, шуға үҙгәртеп ҡороуҙар талап ителә.
Киләһе йылда Салауат Юлаев проспектының тамамланмаған участкаларын проектлау ҙа башланасаҡ.
«Салауат Юлаев проспекты артабан үҫтереүҙе талап итә. Ул Сипайлово биҫтәһенә барып еткән һәм туҡтап ҡалған. Бөгөн беҙ федераль финанслау шарттарында Росавтодор менән берлектә эш башлау тураһында һөйләшеп килештек. Киләһе йылда тамамланмаған участкаларҙы проектлай башларбыҙ, тип уйлайым, был Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем сығарырға мөмкинлек бирә», – тине республика етәксеһе.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Фотолар республика Башлығы сайтынан
Читайте нас: