Иртәгә «Торатау» конгресс-холында юбилейға арналған тантаналы сара була. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырылды. Ойоштороу комитетына тантаналы сараға әҙерләнеү, уны уҙғарыу буйынса программа әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тантананы матбуғатта яҡтыртырға, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сараны уҙғарыу осоронда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты лайыҡлы рәүештә милли кадрҙар әҙерләү урыны тип атала. Белем усағы бик күп йәштәргә оло тормошҡа юллама бирҙе. Интернат республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә абруй һәм дан ҡаҙанған ғалимдар, инженерҙар, агрономдар, уҡытыусылар, яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен тәрбиәләп сығарҙы.
Уҡыу йорто ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика башҡорт урта мәктәбе итеп асылған. 1956 йылда интернат статусын алған.
1991 йылдың йәйенән белем усағы хәҙерге исемен йөрөтә. Шул саҡта гимназияға үҙенең күренекле уҡыусыларының береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме бирелде.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне