Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ноябрь 2019, 11:56

Республика райондарында кәңәшмәләр башҡорт телендә үткәрелә

Һуңғы арала райондарҙа рәсми кәңәшмәләрҙең башҡорт телендә уҙғарыла башлауы иғтибарығыҙҙы йәлеп иткәндер.

Муниципаль берәмектәр бер-береһе менән ярышып , тырыша-тырыша туған телдә ултырыштар үткәрә. Хатта рустар күпләп йәшәгән райондар, ҡалалар ҙа ҡалышмай. Был тәү ҡарашҡа яһалма, уйын кеүек тойолалыр ҙа, әммә аҡылы булғандар был күренеште үтә лә әһәмиәтле булыуын аңлар. Сөнки был әле башланғыс ҡына. Ә башлап алыуҙын иң ауыры булғанын яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме туған телгә ҡарата мөнәсәбәттең юғары кимәлдә үҙгәреүе. Быға тиклем үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙән ҡурҡыңҡыраһалар, хәҙер киреһенсә. Ул ғына ла түгел, хәҙер беҙҙең девиз – белмәү ғәйеп түгел, ә белергә теләмәү ғәйеп.
Бер тапҡыр үткәрерҙәр ҙә башҡорт телендәге кәңәшмәләрҙе ташларҙар, тиһегеҙме? Беҙ ҙә ошо һорау менән ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡтиһәң ниәттәр ҙур. Республикала эшлекле башҡорт теле һүҙлеге әҙерләнә, етәкселәр, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр махсус дәрестәр ала һәм башҡа саралар. Тора-бара туған телдәрҙә уҙғарылған кәңәшмәләрҙә ҡағыҙға ҡарап уҡыуҙан да арынырбыҙ әле. Әлегә өйрәнәбеҙ, белергә теләйбеҙ. Ғәйеп түгел бит?
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: