Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Ноябрь 2019, 14:00

Яңы йыл етә, тимәк, ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫергә теләүселәр артасаҡ

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә, тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Бөгөндән республика биләмәһендә «Шыршы -2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана.
Операция барышында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүгә юл ҡуймау өсөн урмандарҙы, шыршы ташыған транспортты тикшерә. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә законһыҙ әҙерләнгән яңы йыл шыршыларын һатыуға юл ҡуймау маҡсатында уларҙы һатҡан урындарҙа рейдар үткәреү күҙаллана.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай. Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш.
Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспечтер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: