«Шағир көндәлеге» тип аталған фильм арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормош һәм ижад юлын һүрәтләйәсәк. Рәми Ғариповтың образын Артур Ҡунаҡбаев һынландырасаҡ, тип яҙа «Башҡортостан» гәзите сайты.
Рәми Ғариповтың ысын-ысындан халыҡ шағиры, күп башҡорт йәштәренең кумиры булып тороуы хаҡында һөйләргә кәрәкмәйҙер. Был кино – һәр милләттәшебеҙгә оло бүләк.
– «Бабич» – трилогия форматындағы проекттың нигеҙе, йәғни беренсе өлөшө, «Беренсе республика» уның дауамы булып торһа, Рәми Ғарипов тураһындағы фильм – был проекттың өсөнсө өлөшө. «Беренсе республика»лағы быуын – төҙөүселәр икән, Ғарипов – улар төҙөгәнде һаҡлаусы. Был фильмға тотоноуымдың тағы бер сәбәбе – ул да булһа, атайым (Булат Йосопов – Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы – автор). Атайым, Рәми Ғариповты яҡын күргән кеше булараҡ, уның вафатын бик ауыр кисерҙе.
Рәми Ғарипов – үҙе артынан әҙәбиәт мәктәбен булдырған, уҡыусылар үҫтергән шәхес. Минең был фильмда уның киләсәк шағиры икәнлегенә лә баҫым яһағым килә, – ти Булат Йосопов был ижади эше хаҡында.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне